Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Түбәнге медицина-санитария ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” программаһына ярашлы Әлшәй районының Ҡармыш ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. 1970 йылда асылған иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһы былтыр авария хәлендә тип танылған.
“Яңы ФАП заманса талаптарға ярашлы төҙөләсәк. Унда медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла”, – тине Раевка үҙәк район дауаханаһының баш табибы Венер Изикаев.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты Ҡармыш ауылы халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Ауылда 490 кеше, шул иҫәптән 81 бала йәшәй. Яңы ФАП ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар һәм дарыуҙар менән тәьмин ителә.
Әйткәндәй, быйыл республикала 75 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. 2023-2025 йылдарҙа Башҡортостанда йәнә 286 пунктты яңыртыу күҙаллана.
Фото: contenta.info