Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Март 2023, 12:50

“Ашығыс экспорт ярҙамы” бишенсегә сәфәр ҡылды

Был юлы бригада “Синтролеум” йәмғиәтендә эшләне.

“Ашығыс экспорт ярҙамы” бишенсегә сәфәр ҡылды
“Ашығыс экспорт ярҙамы” бишенсегә сәфәр ҡылды

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы “Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһы скважиналар быраулау өсөн юғары технологиялы ҡорамалдар етештергән “Синтролеум” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева ошо турала хәбәр итте.

– “Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһының был бишенсе сәфәре. Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы һәм Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре компания вәкилдәре менән төбәктә эшләгән экспортлаусыларға күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында һөйләне. Предприятие етәкселеге менән уларҙың ихтыяждарын ентекләп өйрәнәбеҙ, – тине Маргарита Болычева.

“Синтролеум” йәмғиәте етәкселеге Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы, Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге тарафынан күрһәтелгән финанс ярҙамына, Потенциаль контрагенттар эҙләү һәм уларҙы һайлап алыу үҙәге хеҙмәттәренә, сит ил бизнес-миссияларында, күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/421864#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: