Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Март 2023, 14:40

Саҡмағошта “Беренселәр хәрәкәте” асылды

Уның эшмәкәрлеге төрлө яҡлап үҫеш өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуға йүнәлтелә.

Саҡмағошта “Беренселәр хәрәкәте” асылды
Саҡмағошта “Беренселәр хәрәкәте” асылды

Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр” федераль проектына ярашлы Саҡмағош ауылының 1-се мәктәбендә “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең бүлексәһен асыу тантанаһы булды.

Ойошманың эшмәкәрлеге буш ваҡытты файҙалы итеп үткәреүгә, төрлө яҡлап үҫеш өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуға, шулай уҡ балаларға һөнәри йүнәлеш биреүгә йүнәлтелә. Хәрәкәткә алты йәштән ҡушылырға була: унда башланғыс дөйөм, төп дөйөм, урта һөнәри һәм юғары белем биреү программалары буйынса уҡыған бәлиғ булмағандар ҙа ҡатнаша ала.

“Мөһим темаға һөйләшеү” тип аталған дәрестән тыш эш сәғәтендә балаларға “Беренселәр хәрәкәте” мәғлүмәти видеояҙмаһы күрһәтелде. Алып барыусылар Хәрәкәт декларацияһын уҡып ишеттерҙе, артабан йәштәр хәрәкәттең маҡсаты һәм бурыстары, ҡиммәттәре, шулай уҡ 12 йүнәлеше менән танышты.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/421835#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: