Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Март 2023, 12:20

Йәйәү йөрөһәгеҙ, сәләмәт булырһығыҙ

Проекттың төп элементы булып муниципалитеттарҙа “10 000 аҙым” маршрутын булдырыу тора. Бары власть органдарының сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу буйынса хәрәкәтте күтәреп алыуы, хуплауы ғына кәрәк.

Йәйәү йөрөһәгеҙ, сәләмәт булырһығыҙ
Йәйәү йөрөһәгеҙ, сәләмәт булырһығыҙ

Салауат ҡалаһында тағы бер сәләмәтлек маршруты асылды. Бынан алда ошондай уҡ маршрут Нефтекамала булдырылғайны. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, ландшафтты дөрөҫ планлаштырыу йәйәүлеләрҙең күпселеген ғәҙәттәге тротуарҙан түгел, ә ҡаршылыҡтар булдырылған ҡатмарлы маршруттан йөрөргә  мәжбүр итә. Ә был, һис һүҙһеҙ, сәләмәтлек өсөн файҙалы.  Президент гранттары фонды ярҙамында “Милләт сәләмәтлеге лигаһы” йәмәғәт ойошмаһы төбәктәрҙә  “Һәр муниципалитетҡа – сәләмәтлек маршруты” проектын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә, сәләмәт тормош алып барыу буйынса инструкторҙар уҡытыла, йәйәү йөрөүселәр командалары төҙөлә. Проект муниципаль кимәлдә инфраструктураны  үҫтереү һәм сәләмәт тормошто һайлаусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Бынан тыш, йөрөү буйынса Бөтә Рәсәй муниципаль ярыштарында ҡатнашыу өсөн командалар төҙөлә.  Проект Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының сәләмәтлекте нығытыу программаларындағы тәҡдимдәренә таянып эш итә, маршруттың ҡатмарлығы, оҙонлоғо, яҡтыртылыу кимәле иҫәпкә алына.  

“Һәр муниципалитетҡа – сәләмәтлек маршруты” проекты бер нисә этапта үтә. Ошо йылда уға тағы яңы 50 төбәк ҡушыласаҡ. Сәләмәтлек лигаһы ярҙамында маршруттар булдырыу буйынса теләктәре булған кешеләр һәм йәмәғәт ойошмалары муниципалитеттарға мөрәжәғәт итә ала. Проекттың төп элементы булып муниципалитеттарҙа “10 000 аҙым” маршрутын булдырыу тора. Бары власть органдарының  сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу буйынса хәрәкәтте  күтәреп алыуы,  хуплауы ғына кәрәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен кәметеү (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу, халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект "Здравоохранение") милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: