Иглин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы районда яңыртылғандан һуң ферма асылды.
Һөт һауыу буйынса яңы технология Иван Мизюктың крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Фермер лизинг аҡсаһына илебеҙҙә етештерелгән роботлаштырылған ҡулайлама һатып алған. Бер робот тәүлегенә 70 һыйырҙы һауа ала. Ошонда уҡ бәләкәй лабораторияла һөттөң сифаты билдәләнә.
“2022 йылда роботлаштырылған һөт һауыу ҡулайламалары һатып алғайныҡ. Әле фермала 250 баш һыйыр малы аҫрала, быйыл йәнә 70 тана алырға ниәт бар”, – тип пландары менән уртаҡлашты Иван Мизюк. Иглин районында ул 2008 йылдан эшләй. 2014 йылда 100 баш малға иҫәпләнгән һыйыр аҙбары яңыртылған. 2016 йылда техника һатып алыуға һәм малсылыҡ фермаһын төҙөкләндереүгә 5,2 миллион һумлыҡ грант алғандар.
Иглин фермеры Башҡортостанда һауыу роботтары ҡуйылған бишенсе хужалыҡ. Бындай ҡулайламалар Иглин, Туймазы, Кушнаренко һәм Әбйәлил райондарында эшләй.
Фото: contenta.info