Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Март 2023, 10:30

Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа файҙалана ала

Медицина ҡорамалының дисплейында организмдың йәшәү өсөн әһәмиәтле бөтә күрһәткестәре сағыла, был пациенттың хәл-торошон һәм наркоздың тәрәнлеген дөрөҫ асыҡларға ярҙам итә.   

Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа файҙалана ала
Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа файҙалана ала

Раевка үҙәк район дауаханаһына күп функциялы заманса ингаляция анестезияһы аппараттары килтерелде. 8,4 миллион һумлыҡ ике “МАИА-01” ҡорамалы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") “Тәүге медицина звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы алынды.

Бындай ҡорамалдар әмәлиәттәр ваҡытында ингаляция анестезияһын һәм тын алыуҙы яҡшыртыу өсөн файҙаланыла. Улар елләтеүҙең төрлө режимдарына эйә, өлкәндәр һәм бер йәштән ҙурыраҡ балалар өсөн дә ҡулланып була. Медицина ҡорамалының дисплейында организмдың йәшәү өсөн әһәмиәтле бөтә күрһәткестәре сағыла, был пациенттың хәл-торошон һәм наркоздың тәрәнлеген дөрөҫ асыҡларға ярҙам итә.   

Улар шулай уҡ пациент хроник сирҙәр арҡаһында тын алыу һәләтен юғалтҡан осраҡта ярҙамға килә. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһы ярҙамында Раевка дауаханаһының операция блогы ашығыс һәм планлы әмәлиәттәр үткәреү өсөн бик кәрәкле заманса аппараттар менән йыһазландырылды”, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлаша дауахананың баш табибы Венер Иҙекәйев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: