Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Март 2023, 08:30

Амбулатория табиптары автомобилдә йөрөйәсәк

"Автомобиль уңайлы, беҙҙең юлдар буйынса хәрәкәт итеү өсөн яйлаштырылған”, – ти Дим районы клиник дауаханаһының баш табибы Фәнил Шәмиғолов.

Амбулатория табиптары автомобилдә йөрөйәсәк
Амбулатория табиптары автомобилдә йөрөйәсәк

Йоматау табип амбулаторияһына яңы ”Лада Гранта” автомобиле алынды. Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы атҡарылды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

“Амбулаторияла ике табип – терапевт һәм педиатр эшләй. Көн дауамында улар пациенттарҙы өйҙәрендә хеҙмәтләндерә. Автомобиль уңайлы, беҙҙең юлдар буйынса хәрәкәт итеү өсөн яйлаштырылған”, – ти Дим районы дауаханаһының баш табибы Фәнил Шәмиғолов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: "Башинформ".

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: