Салауат ҡалаһы дауаханаһына эндоскопик визуализациялауҙың яңы системаһы алынды. Был “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Эндоскопик визуализация системалары үҙ эсенә видеопроцессорҙарҙы, яҡтылыҡ сығанаҡтарын, видеокордерҙар һәм медицина мониторҙарын ала. Яңы ҡорамал сирҙәрҙе юғары кимәлдә тикшерергә, диагностика үткәрергә ярҙам итә. “Яңы ҡорамал диагностика сифатын яҡшыртыуҙан тыш, экрандағы һүрәттәрҙең аныҡ булыуы арҡаһында белгестәрҙең эшен еңеләйтә, күҙгә төшкән көсөргәнеште кәметә”, – ти Салауат ҡалаһы дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров.
Оҙаҡламай яңы ҡорамал пациенттарҙы һауыҡтырыуҙа файҙаланыла башлаясаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.