Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Март 2023, 08:15

Ҡармыштар урамында ла байрам булыр!

Бынан 53 йыл элек төҙөлгән иҫке медицина пункты  урынына яңыһы һалынасаҡ

Ҡармыштар урамында ла байрам булыр!
Ҡармыштар урамында ла байрам булыр!

Әлшәй районының Ҡармыш ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты буласаҡ, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Яңы медицина пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина звеноһын яңыртыу” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

 Иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункты 1970 йылда төҙөлгән булған. Былтыр бина авария хәлендә тип табылған. Яңы медицина пунктында халыҡҡа  сифатлы ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Фельдшерға 500-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерергә тура киләсәк. Быйыл республикала 75 яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын сафҡа индереү планлаштырыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото:ufa-gid.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: