“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Образование”) Салауат ҡалаһының 21-се мәктәбендә “Финанстар тураһында диалогтар” тип исемләнгән сара үтте.
Финанс грамоталылығы өлкәһендәге эксперттар, дәүләт структуралары, Рәсәй банкы һәм финанс ойошмалары вәкилдәре 8-9 класс уҡыусылары өсөн аҡса менән грамоталы эшләү темаһына лекция уҙғарҙы. Үҙеңдең тормошоңдо грамоталы планлаштырыу, ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн нимәләр эшләү кәрәклеге тураһында һөйләнеләр.
Дөйөм белем биреү педагогтары өсөн Өфөнөң төбәк методик үҙәге вәкилдәре семинар уҙғарҙы, унда финанс грамоталылығына уҡытыу методикаһы тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар һәм тормошҡа ашырылған проекттар, инновация майҙансыҡтарҙың эше тураһында һөйләнеләр.
“Һәр уҡытыусыға үҙенең дәрестәрендә финанс грамоталылыҡ өлкәһендә ябай ғына һорауҙарҙы хәл итеү өсөн алған белемен һәм оҫталығын ҡулланырға өйрәтә белеү мөһим”, - тине мәктәптең йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Анна Начаркина.
“Мәғариф” милли проекты мәктәптә икенсе һәм өсөнсө сменала уҡытыуҙы бөтөрөүҙе күҙаллай. Проект үҙебеҙҙең илдә белем биреү сифатын күтәреүгә маҡсатланған. Был маҡсатҡа ярашлы Рәсәй мәктәптә белем биреү сифаты буйынса иң алдынғы ун ил исемлегенә инергә тейеш. Ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.
Фото: Башинформ.