Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Март 2023, 10:30

Лизинг программаһы буйынса тәүге автобус алынды

Автобустың хаҡы – 11,52 миллион һум

Лизинг программаһы буйынса тәүге автобус алынды
Лизинг программаһы буйынса тәүге автобус алынды

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала лизингҡа туристик автобус һатып алыу буйынса тәүге килешеү ғәмәлгә инде. Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы менән Милли туристик компания араһында килешеү төҙөлдө. Автобустың хаҡы – 11,52 миллион һум. Лизинг ярҙамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проектына “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) һәм “Башҡортостан Республикаһында эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы күрһәтелде.

– Әле Башҡортостан туроператорҙарының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү программалары ярҙамында үҙҙәренең автобус паркын киңәйтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы туристик автобустар һатып алыу буйынса тағы ла бер нисә килешеүҙе ҡарай. Тиҙҙән һатып алыу-һатыу килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу күҙаллана, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

YUTONG маркалы туристик автобус 53 урынға иҫәпләнгән һәм туристарҙы алыҫ араларға йөрөтөүгә тулыһынса яраҡлаштырылған. Милли туристик компания менән льготалы лизинг килешеүе йылына һигеҙ процентлыҡ ставка менән 60 айға төҙөлгән.

 

Фото: biznestur.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/423786#scroll

 

Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас