Салауат ҡалаһында 20 өлөшсө Бекетов урамында урынлашҡан биш ҡатлы йорттағы фатирҙар асҡысын алды. Көрсөккә килеп терәлгән “ТехСтройСервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте объекты, Биләмәләр үҫеше федераль фонды һәм Башҡортостан бюджеты аҡсаһын йәлеп итеп, төҙөлөп бөткән.
- Салауат ҡалаһының Бекетов урамындағы алданған өлөшсөләр эше тамамланды. Берҙәм проблемалы объекттар реестрында булған республикалағы 38 йорттағы 2,6 мең тирәһе өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙергә ҡалды, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
Биш ҡатлы, алты секциялы, мансардалы йорт Салауат ҡалаһындағы Көнсығыш торлаҡ районының икенсе биҫтәһендә төҙөлгән. 35 өлөшсө фатирының тапшырылыуын көтә. Уларҙың тәүге 20-һе торлаҡ биналарҙы ҡабул итеү һәм тапшырыу актына ҡул ҡуйған.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын тергеҙеү шәп түгел. Кешеләргә ярҙам итеү өсөн объектты финанслауҙы бүлеү өсөн объектты федераль фонд кәңәшмәһенең көн ҡарауына индерелде. Башҡортостандың Өлөшсөләр фонды менән берлектә торлаҡты рәсмиләштереү һәм тапшырыу буйынса хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса эште ойошторҙоҡ, - тине Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
- Был ваҡиғаны ғаиләбеҙ биш йылдан ашыу көттө. Төҙөлөш башланғанда өлкән ҡыҙыма ярты йәш ине. Хәҙер икенсе ҡыҙыбыҙ үҫә. Былтыр йыл буйы эшләгән төҙөүселәргә рәхмәт, - тине тәүгеләрҙән булып асҡыс алған Регина Ғайсина.
Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.