"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында кәңәшмә үткәрҙе.
Кәңәшмәлә шәхси эшҡыуарҙарҙың ике проекты ҡаралды.
Камил Ғимазетдинов Туймазы районының Туҡтағол ауылында иген культураларын үҫтереү менән шөғөлләнә. Был юлы ит йүнәлешендәге һыйыр малы үрсетеү буйынса проект тәҡдим итте. Туймазы районы хакимиәтенә Камил Мансур улы ҡорамалдар һәм тоҡомло малдар һатып алыуға дәүләт ярҙамы саралары буйынса консультация һорап мөрәжәғәт итте.
Рәзиф Сираев – мебель сәнәғәте өсөн быяла деталдәр һәм галантерея көҙгөләре, яҡтыртҡыслы көҙгөләр етештереүсе Туймазы быяла компанияһы етәксеһе. “Туймазы быяла компанияһы” бренды аҫтында көҙгө һәм быяла етештереүҙе киңәйтергә ниәтләй. Бының өсөн Туймазы ҡалаһының сәнәғәт өлөшөндә ҙур бина кәрәк. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты: 2023-2024 йылдар. 50 кешене эш урыны менән тәьмин итеү күҙаллана.
Проекттарҙы тикшереү йомғаҡтары буйынса куратор хеҙмәттәргә эшҡыуарҙарҙың башланғыстарын яҡларға күрһәтмәләр бирелде.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Туймазы районы хакимиәте.