Быйыл Башҡортостанда, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының торлаҡ төҙөлөшөн көйләү буйынса федераль программаһына ярашлы, 11 яңы урам төҙөү планлаштырылған. Дөйөм оҙонлоғо һигеҙ километрҙан ашҡан юл Өфө ҡалаһының Ленин, Дим һәм Октябрь райондарында, Октябрьский ҡалаһында барлыҡҡа киләсәк. Проекттарҙы финанслау өсөн 850 миллион һум аҡса сарыф ителәсәк.
- Был район биләмәләрендә яңы торлаҡ йорттары, социаль инфраструктура объекттары төҙөлә. Был – федераль программаны финанслауҙа төп шарт. Автомобиль юлдары һөҙөмтәһендә социаль объекттарҙы файҙаланыу мөмкинлеге, төҙөлөш өсөн йәлеп итеүсәнлек, торлаҡ проекттарын тормошҡа ашырыу тиҙлеге арта, - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
“Затон-Көнсығыш” торлаҡ районының көньяҡ өлөшөнөң үҫешенә ярашлы, 21-се, 23-сө кварталдарҙа оҙонлоғо дүрт километрҙан ашыу булған ете урам төҙөләсәк. Эштәр 2024 йылда тамамланыр тип көтөлә.
Дим районындағы 4-се биҫтәлә урам барлыҡҡа киләсәк. Октябрьский ҡалаһындағы 33-сө биҫтәлә урамдар быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Быйыл Өфөләге Архитектор Рехмуков һәм Муса Гәрәев урамдарында юлдарҙы төҙөү планлаштырылған. Эштәр ике этапта атҡарыласаҡ.
Былтыр, “Стимул” программаһына ярашлы, Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала дөйөм оҙонлоғо дүрт километр булған алты яңы юл сафҡа ингәйне. “Стимул” программаһы – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Торлаҡ” федераль проектының бер өлөшө.
Фото: vedtver.ru