Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Март 2023, 07:00

Талбазыла - заманса һабантуй майҙаны!

Ул ҡасан сафҡа инәсәк?

Талбазыла - заманса һабантуй майҙаны!
Талбазыла - заманса һабантуй майҙаны!

Ауырғазы районында оҙаҡламай һабантуйҙар үткәреү өсөн махсус биләмә барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә. Әлеге мәлдә подрядсы билдәләнгән.

Төҙөлөш (төҙөкләндереү) апрель айында уҡ башлана, әммә быйылғы һабантуйға биләмәне өлгөртә алмайҙар – эштәрҙе йәй аҙағына тамамларға йыйыналар. Әйткәндәй, эштәрҙең беренсе этабы былтыр уҡ булғайны – ул саҡта яҡтылыҡ үткәрелде, ҡоймалар, төп инеү урынында ҡапға ҡуйылды һәм йүгереү юлына асфальт түшәлде. Бынан тыш, бер нисә спорт майҙансығы ла барлыҡҡа килде: мин-футбол, волейбол, воркаут һәм трибуналы көрәш майҙансығы улар. Волейболға ныҡлабыраҡ туҡталғанда, бында майҙансыҡҡа ҡом түшәлде, башҡаларына – махсус резина япма.

Башҡарылған эштәр араһында йәйәүлеләр өсөн юл төҙөкләндерелде, эскәмйәләр ҡуйылды, сүп ташлау өсөн һауыттар беркетелде. Подрядсы яҡтылыҡ менән тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар иткән: биләмәне ҙур махсус 40 лапма яҡтыртасаҡ.

Быйыл башҡарыласаҡ эштәргә килгәндә, проект буйынса биләмәлә сәхнә, тамашасы трибунаһы, эскәмйәләр, бәләкәй архитектур формалар һәм видеокүҙәтеү урынлаштырыласаҡ.

Һабантуй биләмәһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелә. Проекттың маҡсаты – төбәктә үҙенсәлекле һәм зауыҡлы биләмәләр булдырыу. Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, был үҙ сиратында халыҡтың мәҙәни һәм социаль үҫеше кимәлен дә яҡшыртасаҡ.

Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: