Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Өҫтөнлөк–2030” программаһында ҡатнашҡан Өфө фән һәм технологиялар университетында “Һанлы кафедралар” проекты тормошҡа ашырыла. Уның буйынса эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Цифровая экономика”) ярашлы башланды.
Проекттың маҡсаты – ИТ-тармаҡтың хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән тәҡдимдәрҙең тигеҙлегенә булышлыҡ итеү, иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтарын һанлы компетенцияға эйә булған юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү. Төп эш биреүселәр – ИТ-кадрҙарҙа ҡытлыҡ кисергән иҡтисадтың реаль секторы һәм бизнес ойошмалары.
Программа буйынса юғары уҡыу йортоноң 973 студенты белем ала. Өҫтәмә “һанлы” квалификацияны студенттар төп уҡыуҙан айырылмайынса бушлай ала. Уҡып сыҡҡан йәштәргә “Программалаусы”, “Графика дизайнсыһы”, “Технологик процестар менән идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары буйынса белгес” һәм башҡа квалификациялар бирелә.
Әле студенттар профилле практика үтә. Өфө университетында проектты тормошҡа ашырыуға республика иҡтисадының реаль секторындағы 17 ойошма вәкилдәре йәлеп ителгән. Яҡшы өлгәшкән йәштәргә эшкә урынлашыу йәһәтенән тәҡдим яһаласаҡ.
Фото: bashinform.ru
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)