Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Авангард Нефтесервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнаша.
Предприятие эшмәкәрлегендә төп йүнәлеш – скважиналарҙы цементлау өсөн ҡорамалдар проектлау һәм етештереү, табаҡлы металл эшкәртеү, токарлыҡ-фрезлау эштәре. Был хаҡта республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов белдерҙе.
– Башҡортостан төбәктәге предприятиеларҙы милли проектҡа әүҙем йәлеп итә. Мәғлүм булыуынса, проектта тәүге этапта ҡатнашҡан предприятиеларҙа етешһеҙлектәр байтаҡҡа кәмене, етештереү ғәмәлдәре йылдамлашты. Уларға һаҡсыл етештереү алымдары нигеҙендә етештереү системаһын үҫтереүгә бушлай адреслы ярҙам күрһәтелде. Шулай уҡ милли проектта ҡатнашыу предприятие етәкселәрен “Етештереү лидерҙары” программаһы буйынса түләүһеҙ уҡытыуҙы ла күҙ уңында тота, – тине Айрат Фәхретдинов.
“Авангард Нефтесервис” йәмғиәтенең етештереү майҙансығы Яңауыл ҡалаһында урынлашҡан. Компания скважиналарҙы цементлау өсөн инновациялы ҡорамалдар сығарыу буйынса ҙур маҡсаттар менән йәшәй, шулай уҡ үҙ асыштары буйынса патент алырға ла ниәтләй.
Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн һынау участкаһы сифатында компания пружиналы центраторҙар етештереү участкаһын һайлаған. Проектты апрелдә тормошҡа ашыра башламаҡсылар.
Фото: contenta.info