Уҙған аҙнала Шаран районының Шаран ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды.
Һис шикһеҙ, был район халҡы өсөн бик мөһим ваҡиға, күптәнге хыялдарының тормошҡа ашыуы булып тора. Яңы социаль объекттың төҙөлөп тапшырылыуы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республикала спортты үҫтереүгә иғтибары һөҙөмтәһе булып тора.
Был комплекс футбол, волейбол, баскетбол кеүек яратҡан спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү һәм спорт саралары үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Киләһе аҙнанан район халҡы бассейнға ла йөрөй аласаҡ.
Физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ахунов Һәм Башҡортостандың Волейбол федерацияһы башҡарма директоры Сергей Кирпичников ҡатнашты.
Почетлы ҡунаҡтар физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу кубогына райондың хеҙмәт коллективтары араһында волейбол буйынса район ярыштарында еңеүселәрҙе бүләкләне һәм район халҡының спорт менән даими шөғөлләнеүгә тағы ла күберәк ҡушылырына өмөт белдерҙе.
Физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “һаулыҡ һаҡлау”, “Мәғариф” милли проекттарын (национальные проекты "Здравоохранение", "Образование") ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: Шаран районы хакимиәте.