Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡырмыҫҡалы ауылы халҡы яңы парктың асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
Мәғлүм булыуынса, урындағы халыҡтың балалар өсөн уйын майҙансығын асыуға ҡағылышлы үтенесенә бәйле ауыл хакимиәте парк ойошторорға ҡарар итте. Республикабыҙҙа бындай эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект "Жилье и городская среда") ярашлы тормошҡа ашырыла.
Ҡырмыҫҡалы биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов үҙенең командаһы менән “Күңелһеҙ түгел” тип аталған яңы йәмәғәт киңлеге проектын әҙерләп, уны уңайлы ҡала мөхите булдырыу федераль программаһына индереү өсөн бөтә көсөн һалды. Артабан халыҡ, программаның шарттары буйынса, 2023 йылда төҙөү-төҙөкләндереү күҙалланған объекттарҙы һайлау буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашты.
Ҡырмыҫҡалыларҙың әүҙемлеге һәм берҙәмлеге һөҙөмтәһендә быйыл йәй объектта эш башлана, ә уның икенсе өлөшө 2024 йылда башҡарыла. Әйткәндәй, паркта балалар өсөн уйын майҙаны ғына түгел, төрлө йәштәге кешеләр өсөн ял зоналары барлыҡҡа киләсәк. Әле подрядсылар әҙерлек эшенә тотондо.
Фото: contenta.info