Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Март 2023, 11:00

Экспорт күләме 6,5 тапҡырға артҡан

Былтыр 50-гә яҡын ил Башҡортостандан аҙыҡ-түлек һатып алған.

Экспорт күләме 6,5 тапҡырға артҡан
Экспорт күләме 6,5 тапҡырға артҡан

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр майлы культураларҙы экспортҡа сығарыу 2021 йыл менән сағыштырғанда 6,8 тапҡырға артҡан.

Контрагент илдәр яғынан етен орлоғона ихтыяждың артыуы һөҙөмтәһендә экспорт күләме байтаҡҡа үҫкән. 2022 йылда был культураны етештереү күрһәткесе 2,5 тапҡырға тиерлек, йәғни 68,3 мең тоннаға тиклем артҡан. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальрый проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы ойошторолған  Агросәнәғәт форумының “Аҙыҡ-түлек етештереү. Үҫеш йүнәлештәре һәм яңы сауҙа баҙарҙары” панель дискуссияһында ошо турала һүҙ барҙы.

– Былтыр 50-гә яҡын ил Башҡортостандан аҙыҡ-түлек һатып алған. Агросәнәғәт комплексы продукцияһы оҙатылған иң ҙур илдәр иҫәбенә Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан, Бельгия, Латвия, Төркиә, Германия, Норвегия инде, – тип билдәләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

2022 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың агросәнәғәт предприятиелары сит илдәргә 290 миллион долларлыҡ 400 мең тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек һатҡан. Өс йылда был күрһәткес 2,5 тапҡырға артҡан.

Панель дискуссияһында профилле министрлыҡ һәм ведомство, шулай уҡ экспортлаусы компания вәкилдәре ҡатнашты. Улар Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлауҙы үҫтереүҙең төп йүнәлештәре, аҙыҡ-түлек сәнәғәтен үҫтереүҙе, органик һәм "йәшел" продукцияның экспорт ҡеүәте, экспортлаусыларға ярҙам күрһәтеүгә ҡағылған төбәк саралары, ауыл хужалығы продукцияһын сит ил баҙарҙарына оҙатыу тәжрибәһе буйынса фекер алышты.

Фото: foreign.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: