Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Март 2023, 09:00

Хәүефһеҙлек тураһында йәштән белеп үҫәләр

Николо-Березовкала уҡыусылар хәүефһеҙлеккә яңы шарттарҙа өйрәнә.

Хәүефһеҙлек тураһында йәштән белеп үҫәләр
Хәүефһеҙлек тураһында йәштән белеп үҫәләр

Краснокама районы Николо-Березовка ауылы мәктәбенең “Үҫеш нөктәһе” үҙәгендә ҡурҡыныс хәлдәрҙе моделләү буйынса дәрес уҙғарылды. Был сара “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы башҡарылды, тип хәбәр итә район хакимиәте.

Дәрес 9-сы класс уҡыусылары өсөн уҙғарылды. Үҫмерҙәр "Йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙ тәртибе ҡағиҙәләре”  һәм “Кешенең урманда үҙен хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре” темаларын өйрәнеү өсөн виртуаль ысынбарлыҡ шлемдарын ҡулланды.

“Мәктәптә янғын”, “Көнкүрештә янғын” осраҡтарында нимә эшләү планын да төҙөп, уларҙы интерактив виртуаль моделдә файҙаландылар. Сценарийҙар ысынбарлыҡҡа яҡынайтылған шарттар аша үҙеңде дөрөҫ итеп тоторға өйрәтеүгә йүнәлтелгәйне.

Виртуаль ысынбарлыҡ алымы - мәғарифтағы һөҙөмтәле һәм инновациялы технологияларҙың береһе. Компьютерҙы ҡулланыуҙың был яңы концепцияһы өс үлсәмле мөхит тәьҫирен тыуҙыра. Унда уҡыусы интерактив режимда виртуаль объекттар менән эшләй. Был иһә ысынбарлыҡ тойғоһон барлыҡҡа килтерә.

“Мәғариф” милли проекты мәктәптә икенсе һәм өсөнсө сменала уҡытыуҙы бөтөрөүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ул үҙебеҙҙең илдәге белем биреү сифатын күтәреүгә лә йүнәлтелгән. Илебеҙҙең мәктәптә уҡытыу сифаты буйынса тәүге ун дәүләт иҫәбенә инергә тейешлеге маҡсат итеп ҡуйылған. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.  

Фото: bash.news

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: