Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йылдан алып республика предприятиеларының 116 етәксеһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу” милли проектына (национальный проект “Повышение производительности труда”) ярашлы тормошҡа ашырылған “Етештереү лидерҙары” программаһы буйынса федераль бюджет иҫәбенә өҫтәмә белемен камиллаштырҙы. Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов төбәктә идарасы кадрҙар әҙерләүҙең нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне.
– “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу” милли проекты иҡтисадты нығытыуға булышлыҡ итә. Санкциялар баҫымы шарттарында предприятиеларға етештереү һәм бизнес ғәмәлдәрен үҙгәртеп ҡорорға тура килгән саҡта был айырыуса мөһим. “Етештереү лидерҙары” белем биреү программаһы дәүләт ярҙамы саралары иҫәбенә инә. Ул көрсөк эҙемтәләрен кәметеү өсөн һөҙөмтәле алымдарҙы үҙләштерергә мөмкинлек бирә, – тине Айрат Фәхретдинов.
Әле республиканан туғыҙ идарасы программа буйынса уҡыу өсөн һайлап алынған. Проект буйынса эш барышында төрлө төбәктәрҙән компаниялар етәкселәре кросс-функциональ командаларға берләшеп, ярты йыл дауамында аныҡ предприятиеның хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса юл картаһын әҙерләй.
Фото: economy.bashkortostan.ru
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)