Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хбәр итеүҙәренсә, 2019 – 2022 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамының дөйөм күләме ике миллиард 856 миллион һум тәшкил иткән, шуның бер миллиард 114 миллион һумы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проекты сараларын тормошҡа ашырыу барышында бүленгән. Был турала Агросәнәғәт форумында ойошторолған “Агроликбез. Фермер нимә белергә тейеш: ҡануниәт, финанс, баҙар” мәғариф интенсивында һүҙ барҙы.
– Милли проект саралары тормошҡа ашырылған дүрт йылда республикала 233 яңы фермер хужалығы барлыҡҡа килде, 12 меңдән ашыу консультация хеҙмәте күрһәтелде, 7,8 меңдән ашыу йүнсел ҡулланыусылар кооперацияһына йәлеп ителде, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Фермерлыҡты үҫтереү республика агросәнәғәт комплексы өсөн мөһим факторҙы тәшкил итә. 2022 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда ла, төбәк фермерҙары игендең – 36, шәкәр сөгөлдөрөнөң – 24, йәшелсәләрҙең – 80, һөттөң – 12 һәм иттең алты процентын етештергән.
Кәңәшмәлә хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына ғәмәлдәге дәүләт ярҙамы сараларынан тыш, бизнес өсөн һөҙөмтәле лизинг ҡарарҙары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына башҡа төрлө ярҙам алымдары тураһында һөйләнеләр.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)