Был нигеҙҙә ҡайһы бер предприятиеларҙың эшенә сикләүҙәр ҙә индерелә. Шуныһы ла бар: ҡайһы берҙә бысраҡ һауа ел менән күрше ҡалаларҙан да килеп етә. Ғөмүмән, быға тиклем эшләп килгән станцияларға хәҙер тағы ошондай уҡ 10 яңыһы өҫтәлә. Был хаҡта ошо темаға арналған брифингта ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров белдерҙе.
Етәксе һүҙҙәренсә, дүрт станция Башҡорт сода компанияһының санитар зонаһында урынлаштырыласаҡ, дүртәүһе – Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы санитар зонаһында, ә икәүһе – ҡала биҫтәләрендә.
Әйткәндәй, был ҡорамалдарҙы урынлаштырыу республика буйлап барған комплекслы эш: шундай уҡ станция Салауат ҡалаһында ла өҫтәлмә рәүештә урынлаштырыласаҡ һәм ике ҡалаға йәмғеһе 22 станция буласаҡ. Был үҙ сиратында ҡалалағы газдың ҡайһы яҡтан килгәнен белергә һәм килеп тыуған проблеманы тиҙ арала хәл итергә ярҙам итәсәк.
Әйткәндәй, республикала ошо проект һымаҡ уҡ, Владимир Путиндың Май указдарына ярашлы, "Экология" милли проекты сиктәрендә башҡа экологик проекттар ҙа тормошҡа ашырыла.