2022 йылда майлы культуралар экспорты 2021 йыл менән сағыштырғанда 6,8 тапҡырға артҡан. Үҫеш контрагент илдәрҙең етен орлоҡтарына ихтыяжының артыуы иҫәбенә булған, был экспорттың артыуына килтергән. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, аграрийҙар ҙа ваҡиғаларҙың бындай үҫешенә әҙер, 2022 йылда етен етештереүҙе – 2,5 тапҡырға тиерлек, 68,3 мең тоннаға тиклем арттырған. “Халыҡ–ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Агросәнәғәт форумы-2023” майҙансығында был хаҡта “Аҙыҡ-түлек Етештереү. Үҫеш векторы һәм яңы һатыу баҙарҙары” фекер алышыу үтте.
– 2022 йылда 50-гә яҡын ил Башҡортостандың аҙыҡ-түлек тауарҙарын һатып алды. Агросәнәғәт комплексы тауарын импортлаусы иң эре илдәр иҫәбенә Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан, Бельгия, Латвия, Төркиә, Германия, Норвегия инде, – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
2022 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың агросәнәғәт предприятиелары сит илдәргә 290 миллион долларҙан ашыу суммаға 400 мең тоннанан ашыу төрлө продукция оҙатҡан. Өс йыл эсендә был күрһәткес 2,5 тапҡырға артҡан. Агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортының үҫеше ауыл хужалығы тармағын үҫтереү өсөн мөһим, тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
– Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу өсөн продукцияны даими рәүештә башҡа төбәктәргә ебәрергә, экспортҡа сығарырға, илдән ситтә һатырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта башҡа төбәктәрҙең дә бер урында тормауын, уларҙың да етештереүҙе арттырыуын аңларға кәрәк. Был йәһәттән яңы баҙарҙарға сығырға кәрәк, – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.
Ҡатнашыусылар Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы тауарҙары экспортын үҫтереүҙең төп тенденцияларын һәм перспективалы йүнәлештәрен, аҙыҡ-түлек сәнәғәте өлкәһен үҫтереүҙе, органик һәм “йәшел” продукцияның экспорт потенциалын, экспортерҙарға ярҙам итеүҙең төбәк сараларын, компанияларҙың ауыл хужалығы продукцияһын сит ил баҙарына сығарыу буйынса тәжрибәһен тикшерҙе.
Фекер алышыу барышында Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы менән “Рәсәй икмәкселәр союзы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте.
Белешмә:
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 21 июлендәге 474-се Указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 2030 йылға сеймал булмаған яғыулыҡҡа ҡарамаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 проценттан кәм булмаған ғәмәлдәге үҫешен тәьмин итеү. Маҡсатлы күрһәткескә “Сәнәғәт экспорты”, “Агоросәнәғәт комплексы тауарын экспортлау” һәм “Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары” федераль проекттары сараларын тормошҡа ашырыу иҫәбенә өлгәшеү планлаштырыла.
Фото: foreign.bashkortostan.ru