“Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһы һуңғы аҙнала Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Өфө районы предприятиеларында булды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Сәфәр сиктәрендә профилле ведомстволар вәкилдәре Стәрлетамаҡтың “БашЭко” (ағас эшкәртеүҙән ҡалған ҡалдыҡтарҙан яғыулыҡ гранулдары һәм брикеттар етештереү), “Эколь” (көнкүреш химияһы етештереү) һәм “Велес “Индустриаль технопаркы” предприятиеларында булды.
Салауатта “Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһы “Аркада” (күмәк һөнәр эйәләре өсөн махсус кейем тегеү производствоһы), “БК Текстиль” (трикотаж изделиелар етештереү), “Благосыр” (йомшаҡ, тоҙло һәм ҡаты сырҙар етештереү), Кононов Александр Владимирович шәхси преприятиеһы (ит ризыҡтарын етештереү), “Каскад” (ҡымыҙ етештереү) предприятиеларында булды.
Өфө районында – Аделина Раушан ҡыҙы Йәнгирова (ҡымыҙ етештереү), “Уралагро” (иген етештереү), “Агрогусь Урал” (ҡаҙҙар үрсетеү, ҡош итенән продукция етештереү) крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары предприятиелары, “Дары Урала” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы (премиум сегментлы йылҡы итенән деликатестар етештереү).
– ”Экспортҡа ярҙам итеү” төбәк Үҙәге һәм Рәсәй экспорт үҙәге вәкиллеге менән берлектә беҙ эшҡыуарҙарыбыҙға экспортерҙарға булышлыҡ итеүҙең федераль һәм төбәк саралары тураһында консультация биреү өсөн предприятиеларға сығыу буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Был үҙ-ара эш итеү ысулы компаниялар менән уларҙың ихтыяждарын шәхсән эшләргә һәм уларға сит ил баҙарына иң һөҙөмтәле ысул менән сығырға ярҙам итергә мөмкинлек бирә, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Компаниялар вәкилдәре юлға киткән сығымдарҙы ҡаплау йәһәтенән финанс ярҙам саралары, шулай уҡ сит илдәрҙә потенциаль һатып алыусылар эҙләү, тармаҡ күргәҙмә-йәрминкә сараларында һәм бизнес-миссияларҙа ҡатнашыуға булышлыҡ итеү буйынса хеҙмәттәр менән ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.
Республикала “Ашығыс экспорт ярҙамы”ның урындарға сығыуы 2021 йылдың 1 февраленән тормошҡа ашырыла башланы. Шул ваҡыттан алып мобиль бригадаларҙың 74 ошондай сара ойошторолған, унда төбәктең 244 компанияһы ҡатнашҡан. Сәфәр йомғаҡтары буйынса, 100-гә яҡын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары Экспортҡа ярҙам итеү үҙәгенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән һәм 350-нән ашыу төрлө хеҙмәт күрһәткән, 28 компания 65 экспорт контракты төҙөй һәм экспорт географияһын киңәйтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президент Владимир Путиндың “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” Указы сиктәрендә ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 2030 йылға сеймал булмаған яғыулыҡҡа ҡарамаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү.
Фото: foreign.bashkortostan.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан