Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов Руслан Сәйетхужинға торлаҡ сертификаты тапшырҙы. Уның атаһы Чернобыль фажиғәһен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан. “Русландың ҙур һәм татыу ғаиләһе яңы өйҙә бәхетле йәшәһен һәм ул балаларҙың шат тауыштарына күмелһен”, - тип яҙған Фәнзил Фәйез улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин торлаҡ сертификаттарын сығарыу һәм бүлеү графигын раҫланы. Быйыл уларҙы Рәсәйҙә йәшәгән 2,5 меңдән ашыу кеше алыу мөмкинлегенә эйә. Улар – Чернобыль фажиғәһен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар, мәжбүри күскенселәр, Байконурҙан, Алыҫ Төньяҡтан һәм ябыҡ административ биләмәләрҙән күсенгәндәр, хәрбиҙәр, эске эштәр органдары һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ҡараған хеҙмәткәрҙәр.
Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғәмәлдәге нормативтарға ярашлы, сертификат торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға тәғәйенләнгән. Быйыл был ярҙам сараһына федераль бюджетта 12 миллиард һумға яҡын аҡса ҡаралған.
Был эш “Рәсәй граждандарын һатып алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт менән тәьмин итеү” дәүләт программаһы сиктәрендә алып барыла. Һөҙөмтәлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальынй проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: fchingizov