Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәтенә яҡын ике йыл эсендә аҙ ҡатлы йорттар төҙөүгә 10 миллиард һум бүлергә ҡушты. Улар авариялы торлаҡтан күсенергә мәжбүр булғандарға тәғәйенләнәсәк. Был хаҡтағы мәғлүмәт Кремль сайтында баҫылып сыҡҡан.
Документтан күренеүенсә, 2023-2024 йылдарҙа федераль бюджеттан аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшөн финанслауға йыл һайын 10 миллиард һумға тиклем аҡса бүленәсәк. Улар ағастан төҙөләсәк.
Ошо хаҡтағы доклад дәүләт башлығына 1 июлгә тиклем тәҡдим ителергә тейеш.
Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Был бурыстарҙың береһе – уңайлы ҡала мөхитен яҡшыртыу. Милли проект граждандарҙы үҙ ҡалаларын төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе яйға һалыуға әүҙем йәлеп итеүҙе күҙаллай. Тағы ла ул уртаса етешлектә йәшәгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙе, уны ипотека файҙаланып һатып алыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуҙы, торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуҙы, шулай уҡ ҡала мөхитенең уңайлылығын күтәреүҙе күҙ уңында тота.
Фото: novyefoto.ru