Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Март 2023, 10:30

Төп эштәр тамамланды

Һәр бүлексә өсөн айырым инеү ишектәре ҡаралған. Пациенттар һәм персонал өсөн лифттар эшләй...

Төп эштәр тамамланды
Төп эштәр тамамланды

Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә 9-сы ҡала дауаханаһы поликлиникаһында төп төҙөлөш эштәре тамамланды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы финансланды.

Яңы учреждение сменаһы 900 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Һәр бүлексә өсөн айырым инеү ишектәре ҡаралған. Пациенттар һәм персонал өсөн лифттар эшләй. Поликлиника биләмәһендә 20 автомобиль өсөн туҡталҡа урыны булдырылған, аҙ хәрәкәтләнгән кешеләр  өсөн  поликлиникаға яҡын ерҙә һигеҙ парковка урыны ҡаралған. Әле бинала системаларҙы эшкә ҡушыу буйынса  көйләү, ҡорамалдар менән йыһазландырыу мәшәҡәттәре бара. Затон халҡы яңы медицина учреждениеһының асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. 

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: