Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы үҙәк модель китапханала “Яңы быуын китапханаһы. 2024 йылға ғариза кампанияһын әҙерләү” республика зона семинар-практикумы уҙғарылды. Унда Күгәрсен районы хакимиәте, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте вәкилдәре, Сибай, Күмертау ҡалаларының, Көйөргәҙе, Мәләүез, Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарының китапхана директорҙары, методистары һәм белгестәре ҡатнашты.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы асылған үҙәк китапхана буйлап экскурсиянан һуң семинар-практикум эшләй башланы. Күгәрсен үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Эльвера Фәйрушина китапхананың яңы шарттарҙағы эше, уҡыусыларҙы яңы киңлеккә йәлеп итеү тураһында һөйләне. Артабан һүҙҙе Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ғилми-методик бүлегендәге баш методист Зарема Усманова һәм Белемде камиллаштырыу үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре, “Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Ләйсән Йомағужина алды. Форумда ҡатнашыусылар “Модель муниципаль китапхананың дизайн-проекты: киңлекте үҙгәртеп ҡороу” һәм “Китапханаларҙа тяыуған яҡты өйрәнеү проекттары” тигән темаларға доклад тыңланы.
Сарала ҡатнашыусылар төп мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
Фото: contenta.info