Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Март 2023, 13:30

Юл буйы сервисы объекты тиҙҙән сафҡа инә

Инвестиция проекты Мәләүез районында тормошҡа ашырылды

Юл буйы сервисы объекты тиҙҙән сафҡа инә
Юл буйы сервисы объекты тиҙҙән сафҡа инә

Мәләүез районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы автозаправка станцияһы, кафе, магазин ингән юл буйы сервисы объекты төҙөлөшөнә ҡағылған инвестиция проекты ахырына яҡынлаша.

Был проект Мәләүез районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаралғайны.  Йүнәлтелгән инвестиция күләме – 52 миллион һумдан ашыу. Объектта 15-тән ашыу яңы эш урыны булдырыласаҡ.  Проекттың инициаторы Вадим Воронцов республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы әҙерләгән юл буйы сервисы объекттары өсөн типовой архитектура-стилистик ҡарарҙы файҙаланырға әҙер булыуын белдерҙе.

Мәләүез районы хакимиәте ошо пландарҙы тиҙ арала тормошҡа ашырыуҙа, ер участкаһын рәсмиләштереүҙә һәм рөхсәт документтарын алыуҙа булышлыҡ күрһәтте, шулай уҡ кәрәкле мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индереү өсөн төбәк Хөкүмәтенә, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына ебәрҙе. Бер йыл эсендә инвестор менән берлектә тейешле проект әҙерләнгән, ер участкаһын межалау һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыу буйынса эштәр башҡарылған.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/431216#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: