Март айында ҡала-район ЗАГСтарында айырыуса йәнлелек һиҙелде. Мәҫәлән, Сибай ЗАГСы хеҙмәткәрҙәре ике тапҡыр игеҙәктәр тыуыуын теркәп, ғаиләләрҙең шатлыҡтарын уртаҡлашты.
Ҡалала Резеда һәм Марсель Ишбаевтар Әминә исемле ҡыҙ һәм Динислам исемле улға атай-әсәй булды. Яңы тыуған сабыйҙарҙы йортта өлкән балалары Диниә һәм Арыҫлан ҡаршыланы. Күп балалы ғаиләгә сәләмәтлек, бәхет насип булһын!
Айгөл һәм Илфат Сафиндар йортонда ла был көндәрҙә мәшәҡәттәр менән бергә һөйөнөс, бәхет артты. Азалия, Ильвина һәм Розалия исемле ҡыҙҙар үҫкән ғаилә тағы Арыҫлан исемле улға һәм Регина исемле ҡыҙ балаға ишәйҙе. “Беҙ дүртенсе сабыйыбыҙ – улыбыҙ тыуыуын көткәйнек, тик көтмәгәнсә килеп сыҡты, игеҙәктәр донъяға килде! Ҡатыныма хәстәрлекле, иғтибарлы булғандары өсөн Сибай бала тыуыу йорто хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт!” – ти күп бала атаһы Илфат Ислам улы.
Шулай уҡ, мәҫәлән, Шаран районы ЗАГСы начальнигы Зөлфиә Ишмиева бер юлы ике малайға атай булған Ленар Әнәс улына сабыйҙарҙың тәүге документтарын тапшырҙы. Ул ҡатыны Розалина Руслан ҡыҙы менән хәҙер күп балалы ғаилә статусына эйә. Әмир менән Аландың Элина исемле апайҙары бар. Ғаиләлә сабый донъяға килеүе оло шатлыҡ, ә игеҙәктәр тыуыуы – икеләтә һөйөнөс!
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу “Демография” милли проектының (национальный проект "Демография") нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.
Фото: Ишбаевтар. Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.