Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Март 2023, 09:00

Үрге Юлдашҡа табиптар килде

Табип-терапевт Фирүзә Дәүләтшина әйтеүенсә...

Үрге Юлдашҡа табиптар килде
Үрге Юлдашҡа табиптар килде

Илеш районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы Илеш районының Үрге Юлдаш ауылында йәшәгән өлкән быуын вәкилдәре өсөн медицина тикшереүе ойошторолдо.

Пациенттар анализ бирҙе, флюорография, маммография, спирография, ЭКГ үтте, күҙ эсендәге, артериаль баҫымын, кәүҙә ауырлығын тикшертте, табиптан консультация алды.

Табип-терапевт Фирүзә Дәүләтшина әйтеүенсә, өлкән быуын вәкилдәренә медицина тикшереүе үтеү өсөн район дауаханаһына барыу ҡыйынға төшә. “Бында уларҙы машина менән килтерәләр һәм өйҙәренә алып барып ҡуялар. Әйткәндәй, ковидҡа ҡаршы вакцина һалдырыу мөмкинлеге лә бар. Ошондай медицина тикшереүҙәрен пенсионерҙар, өлкән йәштәгеләр күпләп йәшәгән бәләкәй ауылдарҙа ай һайын үткәрергә тырышабыҙ. Был юлы һигеҙ кеше һаулыҡ торошон тикшертте”, – тине табип.

Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһында 65 йәштән өлкәндәрҙе диспансеризация үтеү өсөн ташыу өсөнсө йыл ойошторола.

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/432245#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: