Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Март 2023, 07:00

Табиптар ҡәнәғәтлек белдерҙе

Республика дауаханаһына Leon Plus наркоз-тын алыу станцияһы – бөтә төп режимдар менән йыһазландырылған эксперт кимәлендәге заманса анестезиология станцияһы алынды.

Табиптар ҡәнәғәтлек белдерҙе
Табиптар ҡәнәғәтлек белдерҙе

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, ике заманса наркоз-тын алыу аппараты алынды.

Leon Plus наркоз-тын алыу станцияһы – бөтә төп режимдар менән йыһазландырылған эксперт кимәлендәге заманса анестезиология станцияһы. Система ҡеүәте һәм сифаты буйынса интенсив терапия өсөн тәғәйенләнгән приборҙарҙан һис ҡалышмай. Бынан тыш, яңы ҡорамалдың тағы бер өҫтөнлөгө – яртылаш асыҡ һәм яртылаш ябыҡ контурҙар буйынса эшләү мөмкинлеге. Ҡорамалда контраслы, төҫлө, еңел ҡулланылыусы дисплей бар. Ул өҫтәмә менюға күсмәйенсә функциялар менән файҙаланыуҙы тәьмин итә.

"Яңы ҡорамал ингаляция анестезияһын башҡарырға ярҙам итә. Сенсор панелдәре ҡулланыуҙа бик уңайлы, табиптар яңы ҡорамал менән ҡәнәғәтлеген белдерҙе", – ти дауахананың баш табибы Морат Авзалов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: