Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеге хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы Межгорьеның Үҙәк биҫтәһендә Еңеү майҙанын төҙөкләндереү дауам итә.
Яңыртылған майҙандағы төп элементтарҙың береһе – яңы сәхнә. Күмәк саралар һәм концерттар ойошторғанда сәхнәнең йыһазланышы, ҡулланылған ҡорамалдар, уның биҙәлеше һәм урынлашҡан ере ҙур әһәмиәткә эйә. Төп шарт – сәхнә ҡоролошо юғары кимәлдә булырға тейеш.
Әле төҙөлгән килешеүгә ярашлы Еңеү майҙанында подряд ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре сәхнәне монтажлай. Ҡоролманый каркасы менән ҡыйығын йыйғандар ҙа инде, тиҙҙән сәхнә подиумын монтажлауға тотонмаҡсылар.
“Межгорье ҡалаһының ижади коллективтарына оҙаҡ ваҡыт Мәҙәниәт үҙәге эргәһендәге сәхнәлә сығыш яһарға тура килде. Ул бәләкәй генә иҫке сәхнә ине, урынлашҡан ерен дә уңайлы тип әйтеп булмай. Шуға күрә яңы, заманса, хәүефһеҙ сәхнәгә ихтыяж ҙур ине. Төҙөкләндереү проекты ярҙамында беҙҙә лә шундай сәхнә буласағына бик шатмын!” – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Межгорьеның Мәҙәниәт һәм ял үҙәге хеҙмәткәре Алена Деева.
Фото: contenta.info