Көйөргәҙе районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ермолаево ауылында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн өр-яңы контейнерҙар ҡуйылды. Уларҙы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проектына ярашлы Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һатып алған.
Бөтә ил буйынса ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырып йыйыуҙың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә индерелде. Район хакимиәте был хаҡта ауыл халҡын даими иҫкәртә килә. Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы бойороғона ярашлы, ҡалдыҡ төрҙәренә ҡарап, зәңгәр контейнерҙар – ҡағыҙ, һарылары – пластик, ҡыҙылдары быяла өсөн тәғәйенләнә.
“Эко-сити” төбәк операторы ҡалдыҡтарҙы графикка ярашлы Мәләүез ҡалаһындағы сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексына, унан һуң эшкәртеүсе предприятиеларға тапшыра. Бөтә ғәмәлдәр күҙәтелә һәм “ТКО Башҡортостан” дәүләт мәғлүмәт системаһында сағыла. Ошонда уҡ ҡалдыҡтарҙы ситкә ташыу ваҡыты ла күрһәтелә. Мәғлүмәт системаһында урынлаштырылған фотоларҙы анализлау майҙансыҡтың ниндәй булыуын билдәләргә, уның техник торошо һәм йөкмәткеһе буйынса иҫкәртмәләрҙе асыҡларға мөмкинлек бирә.
"Башҡортостан сауҙа комплексы" дәүләт мәғлүмәт системаһы контейнер майҙансыҡтарынан сүп-сарҙы сығарыу тураһында отчет төҙөргә һәм ниндәй адрестар буйынса ҡаршылыҡтар килеп тыуыуын, уларҙың характерын билдәләргә мөмкинлек бирә.
Мәғлүмәт системаһында урынлаштырылған фотоһүрәттәр майҙансыҡтың техник торошо күҙәтергә, уны тәртиптә тотоуға ҡағылышлы иҫкәрмәләрҙе асыҡларға мөмкинлек бирә.
Фото: contenta.info