Көҙөн һәм ҡышын ауыл хакимиәттәренә урамдарҙы яҡтыртыу сифатына ҡағылған мөрәжәғәттәр даими килә. Былтыр ғына Ҡырмыҫҡалы районы буйынса инцидент-менеджмент системаһына 30-ҙан ашыу мөрәжәғәт булған, уларҙың күпселеге – Ҡабаҡ ауыл биләмәһе халҡынан.
Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошоға бәйле урамдарҙы яҡтыртыу системаһын яңыртыуға йүнәлтелгән энергия сервисы килешеүен төҙөү мәсьәләһе хәл ителгән. Ҡабаҡ ауыл Советына ҡараған 11 ауылдың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) нигеҙендә тормошҡа ашырылған программаға индерелгән. Уның буйынса урамдарҙағы 700-ҙән ашыу ябай яҡтылыҡ лампаларын яңы диодлы яҡтыртҡыстарға алмаштыралар. 2022 йылда ошондай уҡ ғәмәлдәр Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәһендә лә башҡарылған.
Әле подряд ойошмаһын билдәләү буйынса конкурс үткәреү планлаштырыла. Йыл аҙағына тиклем йәнә өс ауыл биләмәһе - Ҡарлыман, Яңы Ҡыйышҡы, Прибельский урамдарын яҡтыртыу күҙаллана.
Фото: contenta.info