Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Март 2023, 12:30

“Дубрава” балаларҙы сифатлы ризыҡ менән тәьмин итә

Был мөһим бурысты үтәүҙә дәүләт ярҙамы ҙур әһәмиәткә эйә булған.

“Дубрава” балаларҙы сифатлы ризыҡ менән тәьмин итә
“Дубрава” балаларҙы сифатлы ризыҡ менән тәьмин итә

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Дубрава” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы республикабыҙҙа иң ҙур һәм йылдам үҫкән кооперативтарҙың береһе булып тора.

Уның вәкилдәре әйтеүенсә, уңышҡа өлгәшеүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы бирелгән дәүләт ярҙамы ҙур әһәмиәткә эйә булған.

"2021 йылда ауыл хужалығы кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереү буйынса грант программаһында ҡатнаштыҡ. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында конкурс комиссияһы тарафынан һайлап алындыҡ һәм ун миллион һумдан ашыу грантҡа эйә булдыҡ. Дәүләт ярҙамына кәрәкле ҡорамалдар һатып алдыҡ, ярымфабрикаттар етештереү цехын астыҡ", – ти ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы рәйесе Светлана Фомина.

“Дубрава” 2019 йылда ойошторолған. Бөгөн унда 97 пайсы бар. Кооператив мөһим стратегик бурысты үтәй. Ул Ғафури районындағы балалар баҡсаларын һәм мәктәптәрҙе йыл әйләнәһенә үҙе етештергән ит һәм йәшелсә ярымфабрикаттары менән тәьмин итә. Урындағы балаларға көнләшеп ҡарарға мөмкин, сөнки улар районда урындағы сеймалдан етештерелгән сифатлы ризыҡтар менән туҡлана. Уларҙың төп тәьминәтселәре – кооперативтың пайсылары.

Кооперативтың етештереү цехы дөйөм майҙаны 800 квадрат метрлыҡ бинала урынлашҡан. Ул заманса технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бөгөн ярымфабрикаттар цехында 11 кеше эшләй. Бында билмән, манты, хинкали, эремсек билмәне, голубцы, кәтлит һ.б. етештерелә. Продукцияның ҙур өлөшөн кооператив үҙенең пайсылары аша һата. Әйткәндәй, 2022 йылда ауыл хужалығы кооперативы аҙыҡ-түлек сәнәғәтен үҫтереүҙең төбәк программаһында ҡатнашып, ҡорамалдар һатып алыуға 1,6 миллион һум күләмендә субсидия алған.

Фото: agriculture.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/434390#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: