Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Март 2023, 11:30

Егерме йыл үткәс...

Ҡырмыҫҡалыла яңы балалар поликлиникаһы төҙөлә.

Егерме йыл үткәс...
Егерме йыл үткәс...

Ҡырмыҫҡалы ауылында район дауаханаһының төҙөлөп бөтөлмәгән корпусы урынына яңы балалар поликлиникаһы һалына.  

"Был – барлыҡ ҡырмыҫҡалылар өсөн оҙаҡ көтөлгән объект. Майҙаны өс меңдән ашыу квадрат метр булған яңы балалар поликлиникаһы көн һайын сменаһына 150-гә тиклем кешене ҡабул итәсәк", - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Поликлиника бинаһы өс ҡатлы буласаҡ. Беренсеһендә хакимиәт һәм хужалыҡ бүлексәләре урынлашасаҡ.

Бинала поликлиникаға килгәндәр, унда эшләүселәр өсөн ике лифт эшләнә. Яңы медицина ойошмаһында ҡабул итеү һәм ҡарау боксы, амбулатор ҡабул итеү, ашығыс медицина ярҙам күрһәтеү блогы барлыҡҡа киләсәк.

Әлеге ваҡытта төҙөлөш майҙансығында элекке бина һүтеп алынған, төҙөлөшкә аҙерлек эштәре тамамланған.

Бынан егерме йыл элек Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһы төҙөлә башлаған. Әммә ул һалынып бөтмәгән, хәҙер балалар поликлиникаһы булып үҙгәртелә. Ваҡыт үткәс, бинаны һүтеп алыу һәм урынына яңы объект төҙөү ихтыяжы тыуа.

Генераль подрядсы - "Капитал Строй" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Объект 2022 йылдың йәйендә төҙөлә башлағайны. Ә был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын да тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: https://building.bashkortostan.ru/presscenter/news/529356/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: