Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Март 2023, 07:30

Сабыйҙарға уңайлы булһын өсөн

Онежская урамында яңы балалар баҡсаһы буласаҡ.

Сабыйҙарға уңайлы булһын өсөн
Сабыйҙарға уңайлы булһын өсөн

“Демография” милли поектының (национальный проект “Демография) “Мәшғүллеккә ярҙам” федераль проекты буйынса Өфөлә Онежская урамында балалар баҡсаһы төҙөү дауам итә. Был хаҡта республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы хәбәр итә.

240 урынға иҫәпләнгән өс ҡатлы бина кирбестән төҙөлә. Унда ун төркөмдө урынлаштырыу күҙаллана. Төҙөлөш быйыл ғинуар айында башланһа, әлеге көндә белгестәр элекке бинаның нигеҙен һүтә, шулай уҡ яңы нигеҙ блоктарын монтажларға әҙерләнә. Йыл аҙағына тиклем яңы учреждениены төҙөп бөтөү планлаштырыла.

“Ошондай социаль яҡтан әһәмиәтле объекттар төҙөү ҡалала уңайлы мөхит формалаштырырға, балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөргә ярҙам итә. Шулай уҡ белем биреү учреждениеларын халыҡ йәшәгән ергә яҡын итеп урынлаштырыу ҙа дәүләт һәм муниципаль власть органдарының өҫтөнлөклө бурысы булып тора. Онежская урамында балалар баҡсаһын ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу өсөн производство эштәренең графигын үтәү генә түгел, объектты инженер селтәрҙәренә тоташтырыу һорауын да тиҙ арала хәл итергә кәрәк”, - тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов.

“Демография” милли проекты биш федераль проекттарҙы үҙ эсенә ала. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.

Фото: bash.news

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: