Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Март 2023, 09:30

ФАПтарҙың бурысы арта

 Фельдшер-акушерлыҡ пункттары "больничный”ҙарҙы асыу һәм рецептура дарыуҙарын яҙып биреү мөмкинлегенә  эйә буласаҡ...

ФАПтарҙың бурысы арта
ФАПтарҙың бурысы арта

2023 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостандың бөтә фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын (“больничный”ҙарҙы) асыу һәм рецептура дарыуҙарын яҙып биреү мөмкинлегенә  эйә буласаҡ. Был хаҡта Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткән йылға эш отчеты менән сығыш яһағанда белдерҙе.

Һуңғы өс йылда ғына республикала 258 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табиплыҡ амбулаторияһы сафҡа индерелгән. Улар 150 меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. 2022 йылда тиҙ төҙөлөүсе модулле 55 фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлаштырылған, 32 медицина учреждениеһында капиталь ремонт үткәрелгән. ФАПтар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноһын яңыртыу проектына ярашлы төҙөлә.

 Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: