Хәйбулал районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) районда маҡсатлы эш алып барыла.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы сираттағы ултырышта ике проект ҡаралды. Артур Нафиҡов Һаҡмар йылғаһы буйлап һалда ағып төшөүҙе ойоштороу буйынса инвестиция проекты менән таныштырҙы. Проект төрлө йәштәге кешеләр өсөн әүҙем йәшәү рәүешен популярлаштырыуға, Хәйбулла районында әүҙем туризмды үҫтереүгә һәм ял көндәрендә төрлө туристик ял ойоштороуға йүнәлтелгән. Эшҡыуарлыҡты башлау өсөн Артур төрлө туристик ҡорамалдар (байдаркалар, катамарандар, ҡотҡарыу жилеттары, спорт инвентары һәм башҡалар) һатып алырға йыйына. Ғариза биреүсегә ҡорамал һатып алыуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн туризмды үҫтереү буйынса муниципаль программа сиктәрендә конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителде.
Шулай уҡ Азамат Бохарбаев Хәйбулла районы биләмәһендә умартасылыҡты үҫтереү проекты менән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашты. Азамат Ғәли улы оҙаҡ йылдар умартасылыҡ менән шөғөлләнә, Йәнтеш ауылында үҙенең “Баллы ожмах” умарталығын тота, төрлө район һәм республика сараларында, күргәҙмәләрендә һәм конкурстарҙа ҡатнаша. Умарталыҡ продукцияһы районда ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Хәҙер ул Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының бал ҡорто күстәре, умарталар һәм балды үлсәп төрөү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға “Агростартап” грант ярҙамы программаһында ҡатнашырға ниәтләй.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.