Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Март 2023, 19:30

Ҡытай маркетплейсында Made in Bashkortostan сәхифәһе асыла

Ул тауарҙы сит ил баҙарына күпләп сығарыуға булышлыҡ итәсәк

Ҡытай маркетплейсында Made in Bashkortostan сәхифәһе асыла
Ҡытай маркетплейсында Made in Bashkortostan сәхифәһе асыла

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙең Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыла. Рәсәй Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Флүр Әсәҙуллиндың Shaanxi Sunrise Import and Export Trade Co., Ltd компанияһы вәкилдәре менән һөйләшеүе һөҙөмтәһендә Ҡытайҙың JD.com төп электрон сауҙа майҙансыҡтарының береһендә Башҡортостан етештереүселәре тауарҙары өсөн Made in Bashkortostan махсус сәхифәһе асыла. Был турала Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

– Республиканың тышҡы сауҙа әйләнешендә Ҡытай, дөйөм тауар әйләнеше күләменең 24,1 процентын биләп, беренсе урында бара. Был ил баҙарының ҡеүәте ғәйәт ҙур, һәм ошондай ҙур маркетплейста Башҡортостан тауарҙары өсөн махсус сәхифә асыу етештереүселәребеҙгә үҙ продукцияһын Ҡытай баҙарына һөҙөмтәлерәк тәҡдим итергә мөмкинлек бирәсәк, – тине Маргарита Болычева.

Бынан тыш, Shaanxi Sunrise Import and Export Trade Co., Ltd компанияһы республика етештереүселәренә ошо электрон сауҙа майҙансығында үҙ тауарын урынлаштырырға булышлыҡ итеү өсөн рус телен белгән идарасы менеджер бүлде. Компания Ҡытай маркетплейстарында Рәсәй тауарҙарын арттырыуға һәм һатыуға махсуслаша, уның Сиань һәм Шанхай ҡалаларында тауар һаҡлау келәттәре һәм бүлеү үҙәктәре бар.

 

Фото: foreign.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/434717#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: