Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Апрель 2023, 18:30

Ауыр сирлеләрҙе хәстәрләп

Ленара Иванова ла социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙма менән уртаҡлашты

Ауыр сирлеләрҙе хәстәрләп
Ауыр сирлеләрҙе хәстәрләп

Благовещенда психоневрология интернатының яңы корпусы төҙөлөүе тураһында хәбәр иткәйнек. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ла социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙма менән уртаҡлашты.

Проекттың хаҡы 408 миллион һум тәшкил итә. Аҡса федераль һәм республика бюджетынан бүленгән. Бинаның майҙаны – 2 мең квадрат метр. Бында ололарға йәшәү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, күтәргестәр, тотонғостар, пандустар – сирлеләрҙең тормош-көнкүрешен еңеләйтеү өсөн уйлап эшләнгән.

Яңы корпуста 60 кеше йәшәйәсәк. Ике-өс кешегә иҫәпләнгән палаталарҙа медицина хеҙмәткәрҙәрен сағыртыу төймәһе, интернет селтәренә тоташыу мөмкинлеге бар. Видеокүҙәтеү һәм янғынға ҡаршы системалар урынлаштырылған.

Интернатта деменция хәлендәге кешеләр реабилитация үтәсәк. Улар өсөн хеҙмәт терапияһы, физкультура һәм ижад менән шөғөлләнеү, саф һауала йөрөү ҡаралған.

Яңы корпус “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Өлкән быуын” федераль проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған милли проект оло йәштәгеләргә уңайлы йәшәү шарттары булдырыуҙы, әүҙем оҙон ғүмерлелеккә булышлыҡ итеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.

Фото: smotrim.ru (скриншот) 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: