XII “Щербаков уҡыуҙары” төбәк-ара фәннәи-ғәмәли конференцияһына йомғаҡ яһалды. Сара Әлшәй районының Раевка ҡасабаһындағы 4-се мәктәбе базаһында ойошторолдо. Уның ойоштороусылары булып БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты һәм Башҡортостан Республикаһының юғары уҡыу йорттары сығыш яһаны.
Конференцияла республиканың 49 ҡала һәм районынан 141 белем биреү ойошмаһы ҡатнашты. Шулай уҡ Татарстандан, Волгоград, Свердловск өлкәләренән, Ханты-Манси автономлы округынан, Луганск Халыҡ Республикаһынан ҡатнашыусылар булды. Сара барлығы 2879 уҡыусыны йәлеп итте.
Конференцияның тематик йүнәлнштәре: “Ватан һаҡсылары – һәр замандың геройҙары”, “Ватан һәм сит ил яҙыусылары ижадында Сталинград һуғышы”, “Уҡытыусы! Һинең алда баш эйергә рөхсәт ит!”
Конференция йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙе, милли ғорурлыҡ тәрбиәләүҙе, лайыҡлы граждандар үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Был саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.