XXVIII “Киләсәккә аҙым” республика техник олимпиадаһының финалы үтте. Был сара “Мәғариф” милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырылған “Һәр баланың уңышы” тип аталған төбәк проекты сиктәрендә үткәрелә. Белеүебеҙсә, милли проекттар ил Прзеиденты В.В. Путиндың май указдарына ярашлы раҫланып, уңышлы эшләп килә.
Олимпиаданың финалында республика ҡала һәм райондарында эшләп килгән 45 мәғариф учреждениеһынан 9-11-се кластарҙа уҡыған 126 ҡыҙ һәм егет ҡатнашты. Иң әүҙемдәре Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Өфө ҡалалары һәм Благовещен, Ейәнсура, Ишембай, Көйөргәҙе, Мәләүез, Тәтешле, Шишмә райондары уҡыусылары булды.
“Программалау” йүнәлешендә – Мәләүез ҡалаһының 5-се мәктәбе һәм Йәш техниктар станцияһы; “Эске яныу двигателдәре” буйынса – Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы һәм Йәш техниктар станцияһы; “Электроника”ла – Үрге Тәтешле ауылының Балалар ижады үҙәге һәм 1-се мәктәбе; “Электротехника һәм электротехнологиялар” буйынса - Мәләүез Йәш техниктар станцияһы һәм 3-сө гимназияһы, “Нефть-газ сәнәғәтендә һәм төҙөлөштә транспорт системаһы” йүнәлешендә – Благовещен уҡыусылары, “Производство хәүефһеҙлеге һәм сәнәғәт экологияһы” буйынса – Яңауыл ҡалаһы командаһы, “Ғәмәли физика” буйынса – Октябрьский ҡалаһы уҡыусылары, “Конструкторлау нигеҙҙәре” йүнәлешендә Бишбүләк һәм Бәләбәй командалары беренсе урын яуланы.
Олимпиаданың финалын БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Республика балалар белем биреү технопаркы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты берлектә ойошторҙо.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.