Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Апрель 2023, 08:50

Башҡортостан китапханасылары квалификацияһын күтәрә

Башҡортостанда «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» федераль һәм төбәк проекты саралары барышында китапхана эше буйынса 65 белгес квалификацияһын күтәрә.

Тәүге тыңлаусылар өсөн курс 27 мартта башланған, ул 14 апрелгә тиклем дауам итә. Уҡытыу Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институты майҙансығында «Муниципаль китапхана һәм виртуаль мөхиттә файҙаланыусылар: үҙ-ара эш итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре» программаһы буйынса уҙа. Профессорҙар һәм уҡытыусылар интерактив лекциялар, презентациялар һәм практик эштәр формаһында материалдар тәҡдим итеп, үҙҙәренең белеме менән уртаҡлашасаҡ.

Бының өсөн китапханасыларға төньяҡ баш ҡалаға барырға кәрәкмәй, белем биреү курстары Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә дистанцион рәүештә ойошторолған.

Башҡортостанда уҡытыуҙы республиканың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының ғилми-методик бүлеге ойоштора. 2023 йылда «Мәҙәниәт» («Культура») милли проекты сиктәрендә республика муниципаль һәм дәүләт китапханаларының  233  белгесен уҡытыу планлаштырылған. «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» федераль һәм төбәк проекты башланғандан алып Башҡортостандан бөтәһе 654 китапханасы курстар тыңлаған.

Фото:  kulturarb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: