Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Апрель 2023, 09:20

Заманса поликлиника төҙөлә

Өфө ҡалаһы биләмәһендәге Нуғай ауылында төҙөлөш майҙансығында эштәр тулы ҡеүәттә бара.

Заманса поликлиника төҙөлә
Заманса поликлиника төҙөлә

Өфө ҡалаһы биләмәһендәге Нуғай ауылында төҙөлөш майҙансығында эштәр тулы ҡеүәттә бара.

Ошо көндәрҙә уның барышы менән БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин танышҡан. Айрат Рәзиф улы буласаҡ медицина учреждениеһының функциональ һәм эстетик үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынған. Был осраҡлы түгел, сөнки һаулыҡ һаҡлау темаһына комплекслы ҡараш талап итә.

Әлеге этапта хеҙмәткәрҙәр инженер коммуникацияларын урынлаштырыу менән мәшғүл, һүҙ электр, йылытыу һәм елләтеү мәсьәләләрен хәл итеү тураһында бара.

Тиҙҙән нуғайҙар дөйөм майҙаны биш мең квадрат метр самаһы тәшкил иткән өс ҡатлы заманса поликлиникалы буласаҡ. Бында һаулыҡты һаҡлау өсөн бөтә шарттар булдырыласаҡ. Проектта балалар һәм өлкәндәр өсөн бүлектәр, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, лаборатория һәм функциональ диагностика бүлектәре ҡаралған. Төҙөүселәр эштәрҙе йыл аҙағында тамамларға ниәтләй. Бынан тыш, Айрат Рәзиф улы Нуғайҙа яңы медицина учреждениеһы барлыҡҡа килеүҙең мөһимлеген билдәләне.

Әйткәндәй, 2019 йылдан илебеҙҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән милли проекттар, шул иҫәптән эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем осраҡтарын кәметеү, медицина ойошмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү, бөтә граждандарҙы иҫкәртеү тикшереүҙәре менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тотҡан “Һаулыҡ һаҡлау” (“Здравоохранение”) милли проекты тормошҡа ашырыла. Беҙҙең республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бирелә. Нәҡ ошо милли проект нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик күп пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла.

Фото: ufagkb21.ru

 

 

Заманса поликлиника төҙөлә
Заманса поликлиника төҙөлә
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: