Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Апрель 2023, 13:30

27 ғаилә яңы фатир асҡысы алды

Улар авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән

27 ғаилә яңы фатир асҡысы алды
27 ғаилә яңы фатир асҡысы алды

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлө ҡалаһында авария хәлендәге торлаҡ фондында йәшәгән 27 ғаилә яңы фатир асҡыстарын алды. Фәүзи Зайлалов урамындағы 6-сы күп фатирлы йорт Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Йәшәүгә яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметеүҙе тәьмин итеү” федераль проекты буйынса төҙөлгән. Бушатылған торлаҡтың дөйөм майҙаны мең квадрат метрҙан ашыу.

– Республикала 2019 – 2023 йылдарға иҫәпләнгән Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаны тормошҡа ашырыу ваҡытынан алда тамамлана. Ул бер нисә этапта тормошҡа ашырылды. Дүрт йылда республикала 84 мең квадрат метрлыҡ иҫке торлаҡтан кешеләр күсерелгән. 2023 йылда программа буйынса 10 мең  квадрат метр торлаҡ төҙөргә ҡалған, – тине төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Дүртөйлө районы хакимиәте бинаһында иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы тантана булды. Хакимиәт башлығы урынбаҫары Эдуард Ҡаһарманов өй туйлаусыларға фатир асҡыстары тапшырҙы, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Әйткәндәй, дөйөм майҙаны 3,5 мең квадрат метрҙан ашыу булған биш ҡатлы яңы йортта төҙөлөш-монтаж эштәре былтыр декабрҙә үк тамамланған. Фатирҙарҙа эске биҙәү эштәре тулыһынса башҡарылған, электр плитәләре, сантехника приборҙары ҡуйылған.

 

Фото: building.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/437141#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: