Шишмә үҙәк район дауаханаһына алынған күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты тәүе пациенттарҙы ҡабул итте. Тәгәрмәстәрҙәге поликлиника Санжаровка, Богомоловка һәм Илкәш ауылдарында булды. Халыҡты фельдшер Лилиә Кандарова ҡабул итте.
Күсмә модулдә сираттағы ауырыуҙар өсөн көтөү һәм ҡабул итеү урындары ҡаралған. Ул заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Ҡан баҫымын үлсәү, гинекология приборҙары, стетоскоп, электрокардиограф, дефибриллятор, үпкәне яһалма елләтеү системаһы һәм башҡа ҡорамалдар пациенттарға медицина тикшереүе үткәргәндә кәрәк буласаҡ. Күсмә модуль оҙаҡламай башҡа ауылдарға юл аласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл республиканың медицина учреждениелары тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн 65 яңы автомобиль алды. Шуларҙың 11-е – күсмә медицина комплексы.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.